Публицистика

Книга

Азат Ярмуллин. Башкирские летовки

XIX быуатта башҡорт йәйләүҙәре

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тарих архивында XIX быуаттың уртаһында башҡорт йәйләүҙәре торошо хаҡында уникаль документ һаҡлана . 1864 йылда Ырымбур губерна Статистика комитеты һорауы буйынса кантон башлыҡтары үҙ территорияларындағы башҡорт йәйләүҙәре тураһында мәғлүмәт ебәрә. Был осорҙа 11 башҡорт кантоны була һәм уларҙың территорияһы өйәҙҙәрҙекенә тап килә. Шуға күрә лә 1836 йылдан кантондарға өйәҙ исемдәре бирелә: 1-се Ырымбур кантоны, 2-се Верхнеурал, 3-сө Троицк, 4-се Силәбе, 5-се Красноуфимск, 6-сы Бөрө, 7-се Минзәлә, 8-се Боғорослан, 9-сы Бәләбәй һәм 10-сы Өфө. Бәләбәй кантоны башлығы “...во вверенном мне кантоне, по Бирскому уезду, местностей башкирских кочевок нет, так как главную промышленность башкир этого уезда с давнего времени составляет хлебопашество”, – тип хәбәр итә. Шулай уҡ Минзәлә кантоны башлығы ла кантонда башҡорттарҙың йәйләүе юҡ, яҙа. Башҡа кантондар (5-се Красноуфимск менән 8-се Боғорослан кантондарынан тыш) йәйләүҙәр тураһында мәғлүмәттәр ебәрә. Һәр кантон мәғлүмәтте үҙенсә туплап бирә. Мәҫәлән, Өфө, Стәрлетамаҡ, Троицк кантондары башҡорт йәйләүҙәре тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт килтерә. Был кантондарға ҡараған документтар “Ватандаш” журналының 4-се һанында баҫылды. Ярайһы уҡ тулы мәғлүмәтте 1-се Ырымбур (Сәйет, Бөрйән, Йомран-Табын, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Ҡара-Ҡыпсаҡ, Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ, Түңгәүер улыстары) һәм 4-се Силәбе кантоны (Атъетәр, Һарт-Ҡалмаҡ, Абултай, Ҡатай, Мөхәмәтҡол, Мәтәл улыстары) килтерә. Был хаҡта мәғлүмәттәр журналдың 7-се һанында баҫылып сыҡты.
Әлеге һанда 2-се Верхнеурал кантонына ҡараған 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Ҡатай улыстары башҡорттарының йәйләүҙәре тураһында архив мәғлүмәттәрен килтерәм. Был документтарҙа хәҙерге Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет районындағы башҡорт ауылдарының йәйләүҙәре хаҡында мәғлүмәт тупланған. Тарихи документтан күренеүенсә, был яҡ башҡорттарының төп шөғөлө малсылыҡ булған. Һәр ауылдың тиерлек 4-шәр йәйләүе, дөрөҫөрәге яҙлауы, йәйләүе, көҙләүе булған. Йәйләүҙәрҙең һәр береһенә ауыл халҡы ҡасан сығыуҙары, күсеүе тураһында мәғлүмәт бирелгән. Мәҫәлән, 1-се Бөрйән улысы ауылдарында башҡорттар, ғәҙәттә, йәйләүгә июнь башында сығыр булғандар. Ике аҙнанан икенсе йәйләүгә күскәндәр, тағы ике аҙнанан өсөнсөһөнә. 3-сөһөндә 1 июлдән 1 авгусҡа тиклем йәйләгәндәр. 4-сеһендә 1 августан сентябрҙең башына тиклем булғандар. Документта шулай уҡ йәйләүҙәрҙең ҡайһы йылға буйында һәм күпме ерҙе биләүе тураһында мәғлүмәт килтерелгән. Йәйләүҙәрҙең күләме верст менән үлсәнгән (1 верст – 1,006,8 метрға тиң). Был мәғлүмәттәр айырыуса ҡыҙыҡлы, сөнки был документтар аша һәр кем үҙенең ауылының ҡайһы ерҙә йәйләүе тураһында асыҡлай ала. Бынан тыш был документтар урындағы топонимияны өйрәнеү йәһәтенән дә баһалап бөткөһөҙ сығанаҡ булып тора. Ошо архив документы аша онотолған ер-һыу атамаларын тергеҙергә була. Документтың телен, стилистикаһын шул килеш үҙгәртмәйенсә килтерәм, йәғни ауыл һәм йылға исемдәре документта нисек яҙылған шул килеш бирелә. Табырға уңайлы булһын өсөн ауылдар менән йәйләүҙәр урынлашҡан йылға исемдәре ҡалын-ҡара шрифт менән билдәләнгән. Башҡорт йәйләүҙәре тураһында был архив документтары һәр кем өсөн бик тә ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле мәғлүмәт булыр, тип ышанам.